Башҡортостан хөкүмәтендә «Йыл ҡаҙанышы» конкурсында еңеү яулаған муниципалитеттар иғлан ителде.
2020 йылдың октябрендә Радий Хәбиров иң яҡшы муниципалитеттарҙы билдәләү өсөн конкурс уҙғарыу тәртибе һәм рейтинг төҙөү методикаһы тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Рейтинг төҙөгәндә биләмәләр өс төркөмгә бүленде: ҡала округтары, административ үҙәге ҡалала булған райондар һәм ауыл райондары.
«Демографик именлек» номинацияһында Нефтекама, Өфө һәм Бөрйән райондары еңеүсе тип танылды.
«Эшҡыуар ярҙамы»: Ағиҙел, Благовещен һәм Борай райондары.
«Ауыл хужалығында алдынғы»: Мәләүез һәм Илеш райондары.
«Кризисҡа ҡаршы менеджмент»: Салауат ҡалаһы, Бәләбәй һәм Тәтешле райондары.
«Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә»: Стәрлетамаҡ, Яңауыл һәм Баҡалы райондары.
«Йәштәр муниципалитеты»: Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нуриман райондары.
«Тауыш биреүсе муниципалитет»: Сибай, Дүртөйлө һәм Әлшәй райондары.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.