+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 20:03

Тағы өс йортта – оло ҡайғы

COVID-19 тағы өс яҡташыбыҙҙың ғүмерен алды – йәнә өс йорт оло ҡайғыға сумды. Яһил вирустан донъя ҡуйыусылар хәҙер 138 иҫәпләнә.

COVID-19 тағы өс яҡташыбыҙҙың ғүмерен алды – йәнә өс йорт оло ҡайғыға сумды. Яһил вирустан донъя ҡуйыусылар хәҙер 138 иҫәпләнә.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 169 ауырыуҙа асыҡланған. Аяуһыҙ сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 18 897.
Әле республика дауаханаларында ятыусылар – 826. 70 яҡташыбыҙ һаман да ауыр хәлдән сыға алмай. Өйҙә дауаланыусылар – 3 044.
Коронавирустан кисәле-бөгөнлө 234 кеше һауыҡҡан. Инфекция тарала башлағандан алып сәләмәтләнеүселәр – 14 889.
Дауахананан тыш пневмония ла һис сигенергә теләмәй. Аҙаҡҡы тәүлектә был диагноз 356 сырхауға ҡуйылған, үпкә ялҡынһыныуынан дауаланыусы 345 кеше һауығыуға өлгәшкән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: