– Был ҙур проблема. Яҙын дистанцион белем биреүгә күскәс, ҡайһы бер балалар интернет булмау арҡаһында яҡшылап уҡый алманы. Шул саҡта беҙ Ростелеком менән һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Был йүнәлештәге проект төбәктәге хәлде күпкә яҡшыртасаҡ. 2021-2022 йылдар дауамында күпселек ҙур ауылдарға интернет киләсәк, – тине Радий Хәбиров.