2020 йылдың иң ҙур хатаһы – Ҡуштау ваҡиғаһы, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Ҡуштау ваҡиғаларын төбөнә төшөп аңламағанмын башта. “Сода”ны шәхси ҡулдарға тапшырыуға бәйле ғәҙелһеҙлек халыҡ күңелендә уйылып ҡалған, уға башҡа хәлдәр сылбыр булып теҙелгән, йәмәғәт фекеренә әүерелгән. Бына ошоно дөрөҫ баһаламағанмын, яңылышҡанмын, тине төбәк етәксеһе.
Короновирус инфекцияһына ҡаршы көрәш тә еңел бирелмәй.
–Яңы инфекция килеп кенә сыҡҡан саҡта уға ҡаршы нисек көрәшергә лә белмәй инек. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы ваҡиғалар ныҡ тетрәндерҙе. Бик борсолдоҡ. Беҙ, ярар, был яҡта ҡалдыҡ, ә дауахана эсендә меңләп кеше – табиптар, пациенттар... Һығымталар яһаныҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Тағы бер һорау Өфөнөң Салауат Юлаев проспектындағы төҙөлөшө туҡтап ҡалған мәсеткә ҡағылды.
– Уны төҙөп бөтөрөүгә күп аҡса кәрәк. Беҙгә кешеләр өсөн мөһим социаль объекттар булдырыу зарур, тимәк, ресурстарҙы тәү сиратта шуларға йүнәлтәсәкбеҙ. Ҡасан да булһа мәсет төҙөлөп бөтәсәк, тик ҡасан икәнлеген әйтә алмайым, алдағым килмәй, – тине Радий Фәрит улы.