+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 15:04

Ғәле Соҡоройҙың тыуыуына 195 йыл

Башҡортостанда күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, шағир, ҡара табын ырыуы вәкиле Ғәле Соҡоройҙың 195 йыллығына арналған саралар үтәсәк.

Башҡортостанда күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалим, шағир, ҡара табын ырыуы вәкиле Ғәле Соҡоройҙың 195 йыллығына арналған саралар үтәсәк.
Байрам тантаналары 2021 йылдың 8 ғинуарынан шәхестең тыуған яғы - Тәтешле районында башлана. Иҫке Соҡор ауылының Ғәле Соҡорой йорт-музейы бинаһында мемориаль таҡта ҡуйыласаҡ. Килгән ҡунаҡтар өсөн экскурсия, мәсеткә һәм ғалимдың ерләнгән урынына барыу кеүек сараларҙан торасаҡ.
Тәтешле районында крайҙы өйрәнеү музейында Ғәле Соҡоройҙың тормошо һәм ижадына арналған күргәҙмә эшләйәсәк.
Үрге Тәтешле ауылындағы "Әсән хан вариҫтары" тигән концерт программаһын 15 сәғәттә "Табын ырыуы тарихының тергеҙелеүе" тигән театрлаштырылған пролог менән асыласаҡ. Был сарала шулай уҡ "Арғымаҡ" төркөмө һәм мультиинструменталист Zainetdin ҡатнаша.
14 ғинуарҙа филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин Ғәле Соҡоройҙың ижадына арналған онлайн лекция уҙғара. Шулай уҡ республиканың бөтә белем биреү учреждениеларында шәхескә арналған саралар, клас сәғәттәре, викториналар, конкурстар, күргәҙмәләр ойошторла. Саралар онлайн форматта барасаҡ.
Ғәле Соҡорой(Мөхәмәтғәле Ғәбделсәлих улы Кииков) хәҙерге Тәтешле районында, мулла ғаиләһендә тыуып үҫкән. Тыуған ауылының исемен әҙәби псевдоним итеп ала.
Ғәле Соҡорой милли шағирҙар араһында үҙен рәсми рәүештә башҡорт тип таныған әҙиптәрҙең береһе: "Беҙ урман башҡорттарынан"- тип яҙа ул бер әҫәрендә. Барлығы 5 йыйынтыҡ сығара, уның күп кенә яҙмалары ҡулъяҙма формаһында һаҡланған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: