+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 17:52

Етеп килә яңы йыл: кем нимә әҙерләй?

Традицион байрам табындары әҙерләргә күнеккән хужабикәләр өсөн ҡыҙыу көндәр башлана. Улар эш араһында булһа ла табын хәстәре менән мәшғүл. Сөнки Рәсәйҙә ҡунаҡҡа барыу, ҡунаҡ саҡырыу йолаһын бер кем дә тыймаған. Шул уңайҙан 2020 йылда беҙҙең журналыбыҙҙы биҙәгән ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙың бер- нисәүһенә мөрәжәғәт иттек.

Традицион байрам табындары әҙерләргә күнеккән хужабикәләр өсөн ҡыҙыу көндәр башлана. Улар эш араһында булһа ла табын хәстәре менән мәшғүл. Сөнки Рәсәйҙә ҡунаҡҡа барыу, ҡунаҡ саҡырыу йолаһын бер кем дә тыймаған. Шул уңайҙан 2020 йылда беҙҙең журналыбыҙҙы биҙәгән ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙың бер- нисәүһенә мөрәжәғәт иттек.
Яратҡан дикторыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина йыл байрамын Өфөлә ҡаршылай. Уның табынында традицион "Оливье" салаты һәм ҡыҙҙырылған ҡаҙ мотлаҡ әҙерләнә торған ризыҡтарға инә.
-Уға өҫтәп гарнирға картуф бешерәм. Күп итеп емеш- йәшелсә ултыртам өҫтәлгә. Быны мин үҙебеҙҙең фермерҙар, башлыса Өфө шарттарында "Алексеевка" совхозынан алырға тырышам. Күптән түгел "Яңы йыл салаты" тигән бер салат әҙерләп ҡараным. Шул беҙгә бик оҡшаны. Тағы ла ҡабатларға иҫәбем бар. Уның рецепты ябай ғына: сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, һарымһаҡты иҙәбеҙ, ҡаймаҡ һәм йомортҡа өҫтәп, блендер менән ваҡлайһың, унан матур бер шыршы формаһын бирәбеҙ, шуның өҫтөн туралған һуған, укроп, петрушкалар менән биҙәп ҡуйһаң, өҫтәлдә йылдың символы- шыршы ятҡан һымаҡ була. Уны кеше һанына ҡарап әҙерләйһең.
Башҡортостан Дәүләт -Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова байрамды хәҙер инде ишәйә барған ғаиләһе менән ҡаршылаясаҡ.
-Балалар, ейәнсәрем киләсәк, Ҡыш бабайҙы көтәсәкбеҙ. Йыл һайын ҡаҙ, еңел салаттар әҙерләйбеҙ. Алкоголь эсемлектәр бөтөнләй эсмәйбеҙ. Киләһе йыл сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы тип иғлан ителде. Шуға ла күберәк саф һауа, актив тормош позицияһы менән йәшәргә тигән маҡсат ҡуябыҙ. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән, иҫәнлек- һаулыҡ теләйем!!!!
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина ла байрам табынына "Оливье" салатын эшләмәй ҡалғаны юҡ. Актриса уның тарихын һәм үҙенсәлекле рецептын белә. Журнал уҡыусыларға ул нисек француз оливьеһын эшләргә өйрәтә.
-Барыбыҙға ла билдәле "Оливье" салаты 19 быуатта, Рәсәйҙә, билдәле француз ашнаҡсыһы тарафынан уйлап табылған. Люсьен Оливье- Эрмитаж ресторанына нигеҙ һалыусы, үҙе исемендәге салаттың авторы. Оливье салаты өсөн мин 6 картуф, 3 кишер бешерәм, ике һуған, бер-ике ҙур булмаған маринадланған ҡыяр, бер алма алам. Тауыҡ ите бешерәм, бер стакан йәшел борсаҡ, өс йомортҡа, майонез, тәм өсөн тоҙ һәм борос ҡулланам. Оливье өсөн маринадланған ҡыяр яҡшы, тоҙлоһо бармай. Алма ла татлы йәки саҡ ҡына әсерәк булырға тейеш. Был ике ингредиентты ҡабағынан әрсергә онотмағыҙ. Бар нәмәлә сама булырға тейеш. Француз оливьеһы -тауыҡ, маринадланған ҡыяр һәм алма менән эшләнә.
Башҡортостан Юлдаш каналы "Яңылыҡтар" бүлегенең журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопованың ғаиләһендә ишекте асып, яңы йылды ҡаршылау йолаһы бар. Шулай уҡ уңған хужабикә байрам табынына әҙерләгән ризыҡтарының рецептары менән дә бүлеште.
-Ҡайһы хужабикә үҙенең ғаиләһен төрлө ҡамыр аштары менән һыйларға яратмаһын! Беҙҙең ғаиләлә лә балалар яратҡан, минең әҙерләгәнде генә көткән тәмлекәстәр күп. Ҡаймаҡ торты, ҡоймаҡ һәм ҡыҫтыбый, төрөлгән вафли һәм башҡа төм-томдарҙы яратып ашайҙар. Пиццаны ғына бешерергә өйрәнә алмай аптыраным. Ниндәй генә рецепт буйынса ҡамыр баҫып ҡарама, мейескә ҡуйғас ҡата ла ҡуя ине. Бәхеткә, бер әхирәтемдең сит ил фирмаһы етештергән һауыт-һаба презентацияһына алып барыуы был ҡыйынлыҡты ла хәл итте. Ошо исем туйында бер ханым, һатыуға тәҡдим ителгән һауыт-һаба ярҙамында, ҡулы менән бөтөнләй ҡамырға ҡағылмай күҙ алдында тәмле итеп пицца бешереп күрһәтте. Ентекләп ҡарап ултырҙым да, өйгә ҡайтып үҙем дә эшләп ҡараным. Ҡамыр өсөн 400 миллилитр самаһы һыу, бер аш ҡалағы ҡоро сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр һәм бер сәй ҡалағы тоҙ алына. Уларҙы йылымыс һыуға һалып бутағас, сүпрәнең һыу өҫтөнә сыҡҡанын көтөгөҙ. Һуңынан 4 стакан он, ҡамыр ойошҡас ярты стакан самаһы үҫемлек майы һалып тағы баҫырға. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға. Бындай ҡамыр пиццаның эслеге әҙерләнгән арала ҡабарып та сыға. Йәйелгән ҡамыр өҫтөнә томат соусы һылайбыҙ, һуңынан помидор, татлы борос, колбаса киҫәктәрен матур итеп теҙәбеҙ. Тоҙло ҡыяр киҫәктәре лә өҫтәйбеҙ. Эслек өҫтөнә сыр ҡырып һалабыҙ, майонез һөртөргә лә мөмкин. Ләкин мин һуңғы йылдарҙа майонездан баш тартып, сыр менән генә сикләнәм, иң һуңында пиццаны ваҡлап туралған әнис менән биҙәйбеҙ ҙә, бер аҙ ҡабартҡас, духовкала 180 градуста 25-30 минут бешерәбеҙ. Яңы йыл өҫтәленә әлбиттә, алма тултырылған ҡаҙ әҙерләйем, традицион оливье менән винегреттан тыш, интернеттан өйрәнгән салаттарым да бар. Байрамда ҡапыл ҡунаҡ килгәндә тиҙ генә "осоп барған тауыҡ" әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы тауыҡты һәйбәтләп йыуып, самалап тоҙ, тәмләткестәр менән ыуабыҙ . 0,7 миллилитрлыҡ банкаға тултырып тиерлек һалҡын һыу, өҫөнә бер-ике аш ҡалағы 9 процентлы уксус ҡоябыҙ. Артабан тауыҡты ошо банка өҫтөнә осоп барған кеүек итеп ултыртабыҙ ҙа 50 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ. Бешкән тауыҡты ипләп кенә банканан айырып алабыҙ, уны өлөштәргә бүлеп, эргәһенә картуф ҡуябыҙ, салат менән биҙәйбеҙ. Яңы йыл төнөндә куранттар һуҡҡас, өй ишеген асып, Яңы йылды рәхим ит, тип индереү йолабыҙ бар. Был йоланы мотлаҡ ғаиләләге иң кесе кеше атҡара. Бәләкәстәргә лә, өлкәндәргә лә Яңы йыл бәхет килтерһен!
Ә бына Швейцарияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Айһылыу Йәнтүрина- Дарлес яҙыуынса, унда яңы йыл беҙҙәге кеүек оло байрам түгел. Сөнки улар быға тиклем Раштыуаны ҙурлап ҡаршы алғандар.
- Яңы йыл табынына ҡарағанда, Раштыуаға иғтибар күберәк. Ә 31 декабрҙә беҙ эш көнө булһа ла, дуҫтарыбыҙ менән осрашырбыҙ, киске табын әҙерләрбеҙ. Беҙҙә бер генә ял, ул 1-се ғинуар. Байрамды ҡаршыларға теләгән кешеләр ҡарлыраҡ төбәктәргә- тауҙарға китә. Сөнки беҙҙә бөтә ерҙә лә ҡар булмауы ла мөмкин. Шунда ҡаршылайҙар. Рәсәйҙәге кеүек телевизор ҡарап, табын ҡороп ултырған кеше булмаясаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: