-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Декабрь 2020, 01:30

Башҡортостан башлығы үҙенең ғаиләһе тураһында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бөгөн үткән матбуғат конференцияһында тыйылған темалар юҡ, тигәйне. Һәм, әлбиттә, ғаиләһе тураһында ла һорауҙар яңғыраны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бөгөн үткән матбуғат конференцияһында тыйылған темалар юҡ, тигәйне. Һәм, әлбиттә, ғаиләһе тураһында ла һорауҙар яңғыраны.
Әлеге ваҡытта Радий Фәрит улының ғаиләһендә бәпес көтөләр. Социаль селтәрҙәр аша, ҡыҙмы әллә малай көтәһегеҙме, тип һоранылар, һайланасаҡ исем дә ҡыҙыҡһындырҙы.
– Бала көтәбеҙ, – тип кенә яуап бирҙе Радий Фәрит улы һәм тыуасаҡ баланың енесен әйтмәүҙе хуп күрҙе.
Шулай уҡ уның башҡа балалары тураһында ла һорауҙар бар ине. Радий Хәбиров белдереүенсә, уның тәүге ғаиләһенән ике өлкән ҡыҙы бар, әле Каринэ Владимировна менән ул үҫтерәләр. Шулай уҡ Каринэның улы бергә йәшәй.
– Белһәгеҙ, мин олатай булырға ла өлгөрҙөм. Ике ейәнсәрем бар. Ғаиләбеҙ ҙур, шөкөр, – тине Радий Фәрит улы.
– Улығыҙ менән аралашып өлгөрәһегеҙме? – тигән һорау булды.
– Өлгөрмәйем. Йәкшәмбе көнөн улыма һәм ғаиләмә арнарға тырышам, – тине ул.
Матбуғат конференцияһы барышында тағы шул асыҡланды: Радий Хәбировҡа галстукты ҡатыны Каринэ һайлай икән. Ә Яңы йылды улар өйҙәрендә Өфөлә ҡаршыларға йыйына.
- Шифаханаға барырға тигән уй бар ине, тик өйҙә ҡалырға булдыҡ. Теләһә ҡайһы ваҡытта бала табыу йортона китеү мөмкинлеге бар, шуға өйҙә, - тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбировтан нисә тел белеүе тураһында һоранылар.
- Башҡорт һәм рус теле. Башҡорт телен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләгәнемсә яҡшы түгел. Шулай уҡ инглиз һәм төрөк телдәре, - тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас: