Яңы йылға республикабыҙ яҡшыға өмөт һәм ышаныс менән аяҡ баҫа, тип белдерҙе Радий Хәбиров шишәмбе көн булған матбуғат конференцияһында.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, 2020 йыл COVID-19-ға ҡаршы көрәш билдәһе аҫтында үтте. Ләкин ошо ябай булмаған йылда ла төбәгебеҙҙә байтаҡ эштәр башҡарылды.
“Төшөнкөлөккә бирелеү – гонаһ. Шунлыҡтан киләһе йылға өмөт һәм ышаныс менән аяҡ баҫабыҙ. Коронавирус инфекцияһының тамамланасағына ышанабыҙ. 2021 йылға пландарыбыҙ бик позитив: төҙөү, үҫешеү, башҡалар менән ярышып алға барыу”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров журналистар менән осрашыуҙа.