+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 23:30

Тиҙерәк бөтһөн ине был сирҙәр

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала кисәле-бөгөнлө коронавирус йоҡтороусылар 166-ға артҡан.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала кисәле-бөгөнлө коронавирус йоҡтороусылар 166-ға артҡан.
COVID-19 тарала башлағандан бирле төбәгебеҙҙә был хәтәр сиргә тарыусылар 18 728 тәшкил итә.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 885 сырхау ята. Шуларҙың 70-енең хәлен табиптар ауыр тип баһалай. Амбулатор дауаланыусылар – 3 053.
Коронавирустан вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 135.
Тәүлек эсендә республика дауаханаларынан йәмғеһе 111 кеше шәбәйеп сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып 14 655 яҡташыбыҙ һауыҡҡан.
Аҙаҡҡы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы менән 328 кеше ауырыған, шул уҡ ваҡытта был сирҙән сәләмәтләнгәндәр – 302.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: