+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 11:59

Театрҙың ҙур залы тамашасыларҙы ҡабул итеүгә әҙер

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының ҙур залы төҙөкләндерелгәндән һуң ҡайтанан асылды. Был тамашасылар һәм артистар труппаһы өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға ине.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының ҙур залы төҙөкләндерелгәндән һуң ҡайтанан асылды. Был тамашасылар һәм артистар труппаһы өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға ине.
Театрҙың ҙур залында һәм эске өлөшөндәге ремонт бер йылға һуҙылды. Ошо арауыҡ эсендә Башҡорт академия драма театры үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын үткәрҙе, спектаклдәр бәләкәй залда йә Башҡорт опера һәм балет театрында, ә пандемияға бәйле ул күпселек осраҡта интернет киңлектәрендә барҙы.
Төҙөкләндерелгәндән һуң театр бинаһы яңырыу кисергән. Унда тамашасыға күренмәгән инженер селтәрҙәренән алып, күҙгә күренгәне - сәхнә, фойе, ҙур һәм бәләкәй залдарҙа ремонт үткәрелгән. Яңы креслолар һатып алынған, ут, тауыш бынан ары күпкә сифатлыраҡ буласаҡ, сәхнәнең механикаһы байытылған.
Шул уҡ ваҡытта уңайлы мөхит талаптары ла үтәлгән. Пандустар, күреү һәләте насар кешеләр өсөн махсус плитка һалынған, бинаның тышҡы өлөшөндә яҡтыртыу уты, яңы диодлы экран ҡуйылған
Башҡорт драма театры артистарын был сағыу ваҡиға менән ҡотларға республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде. Ул театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановҡа "Зөләйхә күҙҙәрен аса спектакле" өсөн Салауат Юлаев дәүләт премияһын тапшырҙы.(Хөкүмәттә үткән рәсми тантанала режиссер командировкала булыуы сәбәпле ҡатнаша алмаған). Шулай уҡ ижади һәм техник коллектив ведомствоның почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ғинуар айынан театрҙың барлыҡ спектаклдәре лә ҙур залда барасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: