Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә 2020 йылда милли проекттарҙы бойомға ашырыу буйынса һөҙөмтәләр яһалды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Республикала 2020 йылда милли проекттарҙың маҡсатлы күрһәткестәренә етеү өсөн системалы эш, килешеүҙәрҙе ваҡытында төҙөү һәм үтәү, кассаны үҙләштереү Рәсәй һәм Волга яны округына ҡарағанда яҡшыраҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов шулай белдерҙе.
Милли проекттарға дөйөм алғанда 31 миллиард һум аҡса бүленгән, уларҙың 20 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. 24 балалар баҡсаһы, биш мәктәп, 110 фельдшер-акушер пункты, Республика онкодиспансерының хирургия корпусына төкәтмә төҙөлгән, 200-ҙән ашыу дана медицина ҡорамалы алынған. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа 103 заманса йәмәғәт биләмәһе яңыртылған, ә Ишембайҙа, Бөрөлә, Бәләбәйҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан өс төҙөкләндереү проекты тормошҡа ашырылған.
Бынан тыш, милли проекттар буйынса 300 саҡрымдан ашыу юл ремонтланған, 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, 900 социаль әһәмиәтле объект интернетҡа тоташтырылған.
– Иң мөһим милли проекттарҙың береһе – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ”. Үтеп барған йыл был өлкә өсөн пандемия шарттарында еңел булманы. Бәләкәй бизнес субъекттары кәмене, шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүл булғандар һаны 2019 йылға ҡарағанда 3,5 процентҡа артты. Әле был өлкәлә 443 мең кеше хеҙмәт итә. Социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса 2020 йылда Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урынды яуланы, – тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Беренсе вице-премьер билдәләүенсә, бәләкәй бизнесҡа ярҙамды төбәк институттары ла күрһәтә. Башҡортостан микрофинанс компанияһы 675 миллион һумлыҡ 546 микрозайм биргән. Гарантия фонды 870 миллион һумға 116 яуаплылыҡты өҫкә алыу (поручителлек) биргән, был 1,9 миллиард һум заем финанслауын йәлеп итергә мөмкинлек булдырған. Республиканың 43 компанияһы 1,1 миллиард һумға лизинг ярҙамы алған. Муниципаль программалар сиктәрендә меңдән ашыу эшҡыуар субсидия алған. Был маҡсатҡа 390 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, 2019 йылға ҡарағанда республика бюджетынан өс тапҡыр күберәк аҡса бүленгән. Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыу инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлеге биргән. Алты компания резидент булып киткән, улар республикаға 10 миллиард һум инвестиция индереп, 1400 эш урыны булдырырға әҙер. Оҙаҡламай 90 миллиард һумлыҡ инвестициялар портфеле менән тағы ете компания килмәксе, улар ике меңдән ашыу эш урыны булдырасаҡ.
– 2020 йылда ҙур һәм күләмле эш башҡарҙығыҙ. Һеҙгә һәм коллегаларығыҙға рәхмәт! – тине Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.