-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 00:49

Эштәргә йомғаҡ яһала

2020 йылда Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларын модернизациялауға бер миллиард һум аҡса бүленгән. Был хаҡта Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә белдерҙе.

2020 йылда Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларын модернизациялауға бер миллиард һум аҡса бүленгән. Был хаҡта Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә белдерҙе.
"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ошо маҡсатта федераль бюджеттан 335 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 1,8 ярымға күберәк. 300- гә яҡын объект урындағы ярҙам иҫәбенә төҙөкләндерелгән.
Рәсәйҙең милләттәштәребеҙ йәшәгән алты төбәгендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәр асылған, милли бейеү, халыҡ ҡоралдарында уйнау оҫтаханалары ойошторолған.
2020 йылда мәҙәниәт учреждениелары 30 миллион кеше ҡатнашлығындағы 10 мең сара үткәргән. Өфөлә үткән билдәле сараларҙан донъя кимәлендә танылған опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов ҡуйыуындағы Вердиҙың "Аттила" спектакле аталды. Ул Мәскәүҙең Ҙур театрында труппаның гастролдәре барышында күрһәтелде.
Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәткә әүҙем эшләгән ауыл клубтары өсөн "Мәҙәни хеҙмәткәр" программаһын төҙөүҙе йөкмәтте. Ул ошоғаса эшләгән "Земский доктор" проекты менән ауаздаш буласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: