Карап экипажы 19 кешенән торған. Ике морякты ҡотҡарғандар, ҡалғандарының яҙмышы билдәһеҙ. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыу операцияһы бара. Диңгеҙҙә көслө шторм тороуын, һауа температураһының минус 20 градус булыуын иҫәпкә алғанда, өмөттәр бик аҙ, тип белдерә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәре.