0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 21:01

2021 йылға әҙерләнәләр

БР Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар – урман хужалыҡтары урман фонды биләмәләрендә янғын һүндереү пландары әҙерләне. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

БР Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар – урман хужалыҡтары урман фонды биләмәләрендә янғын һүндереү пландары әҙерләне.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
31 урман хужалығында урмандар, янғын һүндереү формированиелары, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар һаны, шулай уҡ был сараларҙы янғын хәүефлелеге кимәленә ярашлы ҡулланыу тәртибе билдәләнгән, тип белдерә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Бөтә пландар ҙа республиканың муниципаль райондары хакимиәттәре һәм БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының территориаль бүлектәре менән килешелгән, республика биләмәһендә урман янғындарын һүндереүҙең йыйылма планын булдырыу буйынса эштәр бара. Әле урман янғыны һүндереү техникаһы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйылған, уларға техник хеҙмәтләндереү үткәрелә, – тип билдәләй БР Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау бүлеге етәксеһе Динил Әхмәтов.
“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан Урман хужалығы федераль агентлығы менән 36,9 миллион һумға алты янғын һүндереү техникаһы һәм 36 ҡорамал алыу тураһында килешелгән.
Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: