+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 11:30

“Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” йомғаҡтары

26 декабрҙә “Йәшлек шоу – 2020. Перезагрузка” Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең суперфиналы булды. Быйыл был бәйгегә бөтә Рәсәй статусы бирелде, унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йәш йырсылар ҡатнашты. Быйыл эпидемиологик хәл арҡаһында финал телевизон форматта үтте.

Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр асыҡланды. Шулай итеп:
RAHIMOV Ришат Рәхимов (Ҡырмыҫҡалы районы) - 1 урын. Ул тауыштарҙың 30,23 процентын йыйҙы. Бүләк - 300 мең һум аҡсаға сертификат;
Алтынай Заһитова (Мәскәү ҡалаһы) - 2 урын. Тауыштарҙың 27,1 процентын йыйҙы. Бүләк - 200 мең һум аҡсаға сертификат;
Илдар Абдуллин (Ырымбур ҡалаһы) - 3 урын. Тауыштарҙың 20,5 процентын йыйҙы. Бүләк - 100 мең һум аҡсаға сертификат;
Наҙгөл Отузова, Салауат районы - 4 урын;
Алиса Йомағәлиева, Өфө ҡалаһы - 5 урын;
“ZAKARIA” folk group, Ҡазан ҡалаһы - 6 урын.
Бынан тыш, башҡа ҡатнашыусылар ҙа приздар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Улар:
Айтуған Айытҡолов, Йылайыр районы, GIRZAMUSIC студияһында йырҙы продюсерлауға сертификат;
Наҙгөл Отузова, Салауат районы, GIRZAMUSIC студияһында музыкаль альбом яҙҙырыуға сертификат;
Камила Усманова, Балтас районы, музыкаль клип төшөрөүгә сертификат.
Киләһе 2021 йылда “Йәшлек шоу”ҙа яңғыраған автор йырҙары республиканың радио һәм телеканалдары аша яңғырайасаҡ. Шулай уҡ ярым финалда һәм финалда ҡатнашҡан артистар илдәге эпидемиологик хәлгә ҡарап, февраль-март айҙарында республика һәм илдең алты төбәге буйлап ҙур гастроль туры менән сығасаҡ.
Читайте нас: