+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 11:05

Уҡыу өсөн хаҡты төшөрәләр

Бөгөнгө көндә студенттар күпселек осраҡта, өйҙә ултырып, дистанцион белем ала. Түләп уҡығандар өсөн хәлдең былайға үҙгәреүендә ғәҙелһеҙлек бар кеүек.

Бөгөнгө көндә студенттар күпселек осраҡта, өйҙә ултырып, дистанцион белем ала. Түләп уҡығандар өсөн хәлдең былайға үҙгәреүендә ғәҙелһеҙлек бар кеүек.
Ҙур матбуғат конференцияһы үткәргән ваҡытта Президент Владимир Путинға был турала күп мөрәжәғәт иттеләр. Нигеҙ булған осраҡта уҡыу өсөн түләүҙе кәметергә кәрәк, тип белдергәйне ул саҡта ил башлығы.
Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итеүенсә, Мәскәү дәүләт педагогия университеты, Волгоград педагогия университеты 2021 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙе 10 процентҡа кәметә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: