Вакцина эшләтеү күпме тора? Әгәр кеше коронавирус сирен үткәргән икән, прививка яһатыу кәрәкме? Антиесемдәр ниндәй була? Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә "Башинформ” ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап әҙерләгән.
Коронавирустан күмәк вакцинация ҡасан башлана?
Башҡортостанға ошоға тиклем коронавирусҡа ҡаршы 4,5 меңдән ашыу доза вакцина килтерелгәйне. Яңыраҡ республика тағы 3 100 дозанан торған дүртенсе партия вакцина алды. Прививканы беренсе сиратта табиптарға, уҡытыусыларға, полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм волонтерҙарға яһаясаҡтар. Киләһе йыл дауамында беҙгә 1 миллион дозанан ашыу вакцина, шул иҫәптән “Вектор” үҙәгендә эшләнгәне киләсәк, тип күҙҙә тотола (әле “Спутник V” файҙаланыла). Шул ваҡытта бөтә теләүселәрҙе вакцинациялау башланасаҡ.
Вакцина биш мең һум тора, тигәндәре дөрөҫмө?
Коронавирустан прививка бушлай эшләнә! Был турала дәүләт башлығы бер нисә тапҡыр белдерҙе. Киң мәғлүмәт саралары яҙған ике мең йәки биш мең һум – етештереүсе һатҡан хаҡ, йәғни дәүләт етештереүселәрҙән вакцинаны шунса хаҡҡа һатып ала. Кешеләргә препарат өсөн түләргә кәрәкмәй!
Вакцинанан һуң шарап-хәмер ярамай, тиҙәр, был шулаймы?
Тәүҙә, ысынлап та, прививканан һуң 21 көн спиртлы эсемлек эсергә ярамай, йәнәһе, тигән мәғлүмәт булғайны. Вакцинаның ике компоненттан тороуын иҫәпкә алһаң, “ҡоро закон” 42 көн дауам итергә тейеш булып сыға. Башҡортостанда, “тиҙҙән Яңы йыл бит!” тип, тотош коллективтар вакцинациянан баш тартҡан осраҡтар булды.
“Спутник V”те сығарыусылар ғәмәлдә иһә һүҙ башҡа нәмә тураһында барыуын белдерә.
– Вакцинация ваҡытында тулыһынса алкоголде тыйыу тураһында һүҙ бармай! Организмда тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, спиртлы эсемлекте сикләргә кәрәк. Был – бөтә прививкалар ваҡытында бирелә торған тәҡдим. Беҙ һәр уколдан һуң өс көн дауамында алкоголдән баш тартырға ныҡ тәҡдим итәбеҙ, – ти Гамалей исемендәге ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Гинцбург.
Прививканан һуң кешенең сирләп китеүе ихтималмы?
Вакцина ике инъекциянан тора: тәүгеһен индергәндән һуң икенсеһен өс аҙнанан яһатырға кәрәк. Беренсе прививканан һуң яҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә, икенсеһен эшләткәс, һөҙөмтә нығына, күҙәнәктәр кимәлендә тотороҡлораҡ һәм оҙайлыраҡ иммунитет хасил була. Инъекциянан һуң, грипп ваҡытындағы кеүек, температура күтәрелеүе, өшөп ҡалтыратыуы мөмкин – был организмдың ғәҙәти реакцияһы һәм ул яҡынса ике көндән бөтә.
Коронавирусҡа ҡаршы есемдәр нимә ул? Улар ниндәй була?
Антиесемдәр, йәғни иммуноглобулиндар – йоғошло сир тыуҙырыусы теләһә ниндәй микроорганизм (шул иҫәптән CoV-2 вирусы) эләгеүенә яуап итеп, кешенең иммун системаһы бүлеп сығарған махсус аҡһымдар. Был аҡһымдар хатта сир билдәләре әллә ни беленмәгән саҡта ла барлыҡҡа килә. Антиесемдәр коронавирусты зарарһыҙландыра һәм, уның менән яңы осрашыу була ҡалһа тип, инфекция хаҡындағы мәғлүмәтте һаҡлай.
Антиесемдәрҙең ике төрө бар – IgM и IgG. IgM – организм вирус менән осрашҡандан һуң беренсе булып барлыҡҡа килеүсе есем һәм ул, ҡағиҙә булараҡ, аҙ ғына ваҡытҡа һаҡлана. Унан һуң IgG хасил була.
Әгәр анализ антиесемдәр юҡлығын күрһәтһә, тимәк, инфекция йоҡмаған, йәки уны эләктергәндән һуң әле ете тәүлек үтмәгән.
IgM асыҡлана икән, тимәк, әле сирҙең әүҙем сағы (әммә организмда был антиесемдәрҙең күрһәткесенә бәйле).
Ҡанда антиесемдәрҙең икеһе лә булыуы инфекцияның бөтөүгә табан барыуы, йәки кешенең сирҙе яңыраҡ үткәреүе хаҡында һөйләй.
Антиесемдәрҙе асыҡлауға ҡан анализын бирергәме-юҡмы? – быны һәр кем үҙе хәл итә. Дөйөм алғанда, был тикшереүҙе һауыҡҡандан һуң бер-өс аҙна уҙғас үткәрергә кәңәш ителә.
IgG кимәле юғары икән (15,00 һәм күберәк), хатта IgM күрһәткестәре булған хәлдә лә, кеше сирҙе үткәргән һәм юғары кимәлдәге яҡлауға эйә, тип әйтергә мөмкин.
Миндә антиесемдәр булыуы асыҡланды. Хәҙер мин прививка яһатмаһам да сирләмәйәсәкменме?
Улай тип өҙөп әйтеп булмай. Ғалимдарҙың был вирусты өйрәнеүенә әле бер йыл да юҡ. Шуға күрә организмда антиесемдәрҙең күпме ваҡыт һаҡланыуын, уларҙың ниндәй функция үтәүен ғалимдар теүәл генә әйтә алмай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, G класындағы антиесемдәр биш-алты айға тиклем һаҡлана, ә кемдәлер – унан да аҙыраҡ. Был шуны аңлата: бер тапҡыр сирләгәндәр ҡабаттан ауырыуы ихтимал һәм ундай осраҡтар байтаҡ. Шуға күрә һәр ваҡыт һаҡлыҡ сараларын күрергә кәрәк.
Кем ковидҡа ҡаршы файҙаланыусы плазма доноры була ала?
Әгәр һеҙ коронавирус менән ауырып һауыҡһағыҙ, ҡан плазмаһын тапшыра алаһығыҙ. Уны сирҙе ауыр үткәреүсе пациенттар өсөн файҙаланасаҡтар. Декабрь башына 1 500-ҙән ашыу шундай донор иҫәпләнә. Плазма доноры булырға теләүселәргә ике төп талап ҡуйыла: сир билдәләре бөткәндән һуң 14 көн үтеүе һәм коронавирусҡа анализдың кире һөҙөмтә күрһәтеүе – йәғни сир юҡлығын раҫлауы.
Фото “Башинформ”дан алынды.