+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 11:55

Ике балаһын һәм үҙен үлтергән

Яңы йыл корпоративтарын үткәреү тыйылһа ла, күп ерҙә коллективтар йыйылып байрам итеүҙе дауам итә. Шундай байрамдарҙың береһе Өфөнөң йәш ғаиләһе өсөн фажиғәле тамамланды.

Яңы йыл корпоративтарын үткәреү тыйылһа ла, күп ерҙә коллективтар йыйылып байрам итеүҙе дауам итә. Шундай байрамдарҙың береһе Өфөнөң йәш ғаиләһе өсөн фажиғәле тамамланды.
Ял көндәрендә корпоративҡа киткән ҡатынын көтөп ала алмаған ир һәм ҡатын араһында ғауға сыға. Талашҡан ваҡытта ҡатыны, хыянат итеүе хаҡында әйтә. Ошоно ишеткән йәш ир ике балаһын тышҡа, саф һауаға алып сығыу һылтауы менән сығып китә һәм шул китеүҙән ҡайтмай. Һуңынан ғаилә чатына үҙенә һәм балаларына ҡул һаласағы хаҡында хәбәре килә. Ҡатыны полицияға мөрәжәғәт итә. Әммә һуң була. Сығышы менән Дәүләкән районынан булған ирҙе шул яҡ төбәктә, яланда табалар. Автомобиль эсендә өс кәүҙә, бер һәм алты йәшлек балалар, сабыйҙарҙың атаһы газға тонсоғоп үлеү билдәләре менән табыла.
Йәш ғаиләнең күршеләре улар хаҡында тик яҡшы фекерҙә булыуын белдерә. Ошоға тиклем улар талашып йәшәмәгән. Әммә бер осраҡ бөтә ғаилә тормошон селпәрәмә килтергән. Әле фажиғә эҙемтәләрен тикшереү бара.
Социаль селтәрҙәрҙә лә был ваҡиға буйынса ҡыҙыу бәхәстәр бара. Ҡыҙыулыҡ менән үҙен дә, балаларын һәләк иткән ирҙең ҡылығы башҡа һыймай, өлкәндәрҙең аҡылһыҙлығы арҡаһында балалар ғүмере ҡыйылды, тигән фекерҙәр яҙа кешеләр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: