+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 19:40

Иң бейек шыршы – Өфөлә

Өфөләге Ленин майҙанындағы яңы йыл шыршыһы – Рәсәйҙә иң бейеге. ТурСтат порталы илдәге иң бейек тәбиғи шыршылар торған ҡалалар рейтингын төҙөгән.

Өфөләге Ленин майҙанындағы яңы йыл шыршыһы – Рәсәйҙә иң бейеге. ТурСтат порталы илдәге иң бейек тәбиғи шыршылар торған ҡалалар рейтингын төҙөгән.
Мәскәүҙәге Кремлдең Собор майҙанындағы, Санкт-Петербургтағы Һарай майҙанындағы һәм Өфөләге Ленин майҙанындағы яңы йыл шыршылары – Рәсәйҙәге иң бейек шыршылар, тип һөйөнсөләй Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңы йыл шыршыларының оҙонлоғо буйынса тәүге ун ҡалаға түбәндәгеләр инә:
Өфө (30 метр),
Мәскәү (25 метр),
Санкт-Петербург (25 метр),
Сыктывкар (23 метр),
Углич (Ярослав өлкәһе, 21метр),
Данков (Липецк өлкәһе, 20 метр),
Владимир (18 метр),
Брянск (13,5 метр),
Череповец (13 метр),
Пенза (12 метр).
Күп ҡалаларҙа быйыл яһалма шыршылар ултыртылған. Улар араһында иң бейеге Краснояск ҡалаһында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо 55 метр тәшкил итә.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: