+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 19:15

Дөрөҫ һәм модалы итеп утилләштер

Өфө һәм тағы ла Рәсәйҙең 29 ҡалаһынан уҡыусылар Likee социаль селтәрендә үткәрелгән “Дөрөҫ һәм модалы итеп утилләштер” челленджында ҡатнашты. Ул 7 – 23 декабрҙә үтте. Ҡатнашыусылар һәм билдәле блогерҙар батарейкаларҙы эшкәртеүгә тапшырыуға һәм улар урынына яңынан заряд бирелә торған аккумуляторҙар ҡулланыуға әйҙәгән 2983 видео төшөргән. Был роликтарҙы туғыҙ миллион тапҡыр ҡарағандар, утилләштереүгә туғыҙ тонна батарейка тапшырылған.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #зеленаябашкирия

Өфө һәм тағы ла Рәсәйҙең 29 ҡалаһынан уҡыусылар Likee социаль селтәрендә үткәрелгән “Дөрөҫ һәм модалы итеп утилләштер” челленджында ҡатнашты. Ул 7 – 23 декабрҙә үтте.
Ҡатнашыусылар һәм билдәле блогерҙар батарейкаларҙы эшкәртеүгә тапшырыуға һәм улар урынына яңынан заряд бирелә торған аккумуляторҙар ҡулланыуға әйҙәгән 2983 видео төшөргән. Был роликтарҙы туғыҙ миллион тапҡыр ҡарағандар, утилләштереүгә туғыҙ тонна батарейка тапшырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #зеленаябашкирия
– Республикабыҙ бер нисә йыл инде Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау сараларында әүҙем ҡатнаша. Беҙ көн дә ҡулланған батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Үҫеп килеүсе быуынға сүп-сар менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү ғәҙәтен нығытыу бик мөһим, – ти БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғәзина.
Сара “Экология” милли проектының “I һәм II класлы ҡалдыҡтар менән эшләү инфраструктураһы” федераль проекты һәм “Экохәстәрлек” масштаблы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: