Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыу өсөн туған телдә Яңы йыл ҡотлауы менән бер минутлыҡ видеоролик яҙҙырып, социаль селтәргә һалырға кәрәк.
#ПоздравляюНаРодномЯзыке, #ТуғанТелемдәҠотлайым, #НовогоднийБашкортостан хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ.
Яңы йыл видеоҡотлауы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телендә төшөрөлөргә тейеш. Камераны горизонталь урынлаштырырға кәрәк. Фотоһүрәттәр, махсус эффекттарҙы файҙаланырға була.
Флешмобта республикала йәшәгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин, йәш сикләүе юҡ.