+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 20:18

Ат йәнле фермер

Стәрлебаш районы фермеры Алмас Рәхимғолов бала саҡтан ат йәнле булып үҫә. Бәләкәстән ағаһы менән ата-әсәһенә ярҙам итә, 20-30 баш йылҡы малын көтә ул.Вахта ысулы менән себерҙә эшләп алған егет ғаилә ҡороп, үҙ-аллы тормош башлағас, шәхси хужалығын ойоштороп, “үҙенә” эшләй башлау теләге барлыҡҡа килә. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ата-әсәһе юлынан китергә була ул.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Стәрлебаш районы фермеры Алмас Рәхимғолов бала саҡтан ат йәнле булып үҫә. Бәләкәстән ағаһы менән ата-әсәһенә ярҙам итә, 20-30 баш йылҡы малын көтә ул.
Вахта ысулы менән себерҙә эшләп алған егет ғаилә ҡороп, үҙ-аллы тормош башлағас, шәхси хужалығын ойоштороп, “үҙенә” эшләй башлау теләге барлыҡҡа килә. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ата-әсәһе юлынан китергә була ул.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Районда ярҙам иттеләр. Унда атай-әсәйемдең был өлкәлә күптән эшләгәнен беләләр ине. Мәғлүмәт-консультация үҙәгендә барыһын да яҡшылап аңлаттылар. Һөҙөмтәлә “Агростартап” конкурсында ҡатнаштым һәм грант оттом", – тип һөйләй фермер.
Өс миллионға яҡын грант аҡсаһына үҙенекен ҡушып, Алмас Рәхимғолов 29 баш бейә һәм тоҡом айғыры ала. Тракторына кәрәк-яраҡ та етештерә. Аттар өсөн көтөүлекте ҡуртымға ала. Фермер ҡымыҙ етештерергә лә ниәтләй. Районда йылҡы итенә һорау күп, шуға ит эшкәртеү менән дә шөғөлләнергә мөмкин, ти ул.
Башҡортостан Республикаһында быйыл ауыл хужалығы сәнәғәтендәге 170 бәләкәй бизнес субъектына дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, тип белдерә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Аграр өлкәлә эшҡыуарҙар үҫешенә барыһы 724,3 миллион һум аҡса бүленгән. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проекты сиктәрендә 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары дөйөм суммаһы 211,5 миллион һум тәшкил иткән “Агростартап” грантын алыуға ирешкән, 28 ауыл хужалығы кооперативына 49,4 миллион һум субсидия бүленгән.
Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: