-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 22:05

Афәт тағы өс ғүмерҙе өҙҙө

Республикабыҙҙа аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус афәте тағы өс ғүмерҙе өҙҙө. Шәфҡәтһеҙ ауырыуҙан вафат булыусылар 135 булып китте.

Республикабыҙҙа аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус афәте тағы өс ғүмерҙе өҙҙө. Шәфҡәтһеҙ ауырыуҙан вафат булыусылар 135 булып китте.
COVID-19 тәүлек эсендә 167 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан, 367 яҡташыбыҙҙа пневмония раҫланған.
Коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 18 562, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 878 ауырыу зәһәр вирусҡа ҡаршы алыша. 71-е ауыр хәлдә, 12-һе – яһалма һулыш аппаратында. Участка табибы билдәләгән дарыуҙар менән өйҙә дауаланыусылар – 3 005.
Үткән тәүлектә 43 кеше, коронавирустан ҡотолоп, стационарҙан сыҡҡан, пневмониянан 301 яҡташыбыҙ һауыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: