Республикабыҙҙа коронавирус менән сирләүселәр араһында ауыр хәлдәгеләр ҡырҡа артҡан: кисә улар 57 ине, бөгөн – 71. Шуларҙың 12-һе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Аҙаҡҡы тәүлектә COVID-19 164 сырхауҙа раҫланған. Инфекция йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 18 395. Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 894 ауырыу ята. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 868.
Тәүлек эсендә 70 кеше, һауығып, дауахананан ҡайтҡан. Был ҡаты сирҙән йәмғеһе 14 501 яҡташыбыҙ сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.
Аҙаҡҡы тәүлектә коронавирустан вафат булыу осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, үткән тәүлектә был сир 353 ауырыуҙа асыҡланған. Унан һауыҡҡан 296 кеше стационарҙан сығарылған.