-24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 12:40

Яңы йыл каникулы ҡыҫҡармаҫмы

Президент Владимир Путин 31 декабрҙе ял тип иғлан итеү тураһында тәҡдим идергәйне. Уға бәйле Яңы йыл каникулдары ҡыҫҡармаҫмы икән, тип хафалана ҡайһы берәүҙәр.

Президент Владимир Путин 31 декабрҙе ял тип иғлан итеү тураһында тәҡдим идергәйне. Уға бәйле Яңы йыл каникулдары ҡыҫҡармаҫмы икән, тип хафалана ҡайһы берәүҙәр.
Байрам көндәрен сикләү тураһында мәсьәлә ҡаралмай, тип белдерә Кремелдең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков.
Һуңғы мәғлүмәт буйынса, Рәсәйҙең 54 төбәгендә (улар беҙҙә 85) йылдың һуңғы көнө өсөн бөгөн эшләйҙәр. Күп осраҡта был дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм бюджет ойошмаларына ҡағыла. Башҡортостанда ла бөгөнгө шәмбе күптәр өсөн эш көнө.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в