+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 20:48

Йәрмәкәйҙәр ҙә шат

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостандың ауыл биләмәләрендә медицина пункттары селтәре үҫеше дауам итә. Бөгөн Йәрмәкәй районы Яңы Шах ауылында ла фельдшер-акушер пункты асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостандың ауыл биләмәләрендә медицина пункттары селтәре үҫеше дауам итә. Бөгөн Йәрмәкәй районы Яңы Шах ауылында ла фельдшер-акушер пункты асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
ФАП 168 кешене хеҙмәтләндерә. Уларҙың 22-һе – 17 йәшкә тиклемге балалар. Бында дүртенсе йыл инде йәш белгес Алина Кәлиуллина эшләй.
– Яңы Шах ауылы үҙәк район дауаханаһынан 50 саҡрым алыҫлыҡта ята. Сифатлы медицина ярҙамы һәм профилактика көндән-көн беҙҙең халыҡҡа яҡынайғаны ҡыуандыра. Был ауыл халҡының сәләмәтлегенә генә түгел, ауылдарҙың үҫешенә лә ыңғай тәьҫир итә, – ти район хакимиәте башлығы Илшат Райманов.
ФАП-та капиталь төҙөлөш 2019 йылда башланған. Уны төҙөү өсөн республика бюджетынан 3,1 миллион һум аҡса бүленгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: