+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 21:44

Вирус һаман яһиллығын сәсә

Пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһын республикала барлығы 18 231 кеше йоҡторған.

Пандемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһын республикала барлығы 18 231 кеше йоҡторған. Бер тәүлектә шәфҡәтһеҙ вирус 165 ауырыуҙа асыҡланған.
Бөгөнгө көндә стационарҙа 897 сырхау дауалана. 57-һенең хәле ауыр килеш ҡала, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алыусылар – 11. Өйҙә дауаланыусылар – 2 771.
Тәүлек эсендә һауығып дауахананан сығыусылар – 269. Зәһәр инфекциянан, дөйөм алғанда, 14 431 кеше ҡотолған.
Вирус, яһиллығын сәсеп, тағы ла бер ғүмерҙе алып китте. Республикабыҙҙа коронавирус афәте ҡорбандары инде 132 иҫәпләнә.
Үпкәләре ялҡынһынып сирләүселәр ҙә һис кәмемәй. Кисәле-бөгөнлө пневмония 366 сырхауҙа табылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 392.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: