Туймазы районының крайҙы өйрәнеүселәре һәм тарихсылары тыуған яҡты өйрәнеү материалдары алды. Төбәк башҡорттары тарихына арналған фәнни- методик пособиеларҙың исем туйын билдәле ғалимдар һәм йәмәғәтселәр ойошторҙо.
Крайҙы, ошо яҡ башҡорттарының шәжәрәләрен өйрәнеүсе, Туймазы районы вәкиле Альберт Исмаил был брошюларҙың ыңғай яҡтарын билдәләне.
-Пособие аңлайышлы, ябай тел менән яҙылған, ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн бөтә сығанаҡтар ҙа асыҡ бирелә. Практик яҡтан да ул һәр тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе һәм педагог өсөн бик уңайлы. Бынан тыш унда шәжәрә төҙөү йәки тергеҙеү буйынса эш алгоритмы бирелгән. Ул иһә район, республика архивтарынан алып, никах теркәү, халыҡ иҫәбен алыу, мәсеттәрҙең метрика яҙыуҙарына тиклем мәғлүмәт туплау алымы күрһәтелә.
Тарихсы һәм кайҙы өйрәнеүсе Рәфил Аҫылғужин Туймазы районы буйынса ҡыҙыҡлы дәлилдәргә туҡтаны.
-Туймазы районы уны өйрәнеүселәргә берҙән ҡыҙыҡлы ла, икенсенән, ҡатмарлы ла булды. Төбәктәге бөтә ауылдарҙың составы ҡатнаш. Мәҫәлән, йылан башҡорттарының ауылдарына тамъян, ҡыпсаҡ башҡорттары һәм башҡа халыҡтар килеп төпләнә. Районда әйле ауылдары бар. Ләкин улар ҙа этник планда ҡатнаш. Был брошюра крайҙы өйрәнеүселәрҙең, тарих уҡытусыларының эшен күпкә еңеләйтәсәк.