+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 21:20

Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла

“Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыуға быйыл 1,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә дүрт мәҙәниәт усағына реновация тамамланыу алдында. 14 балалар сәнғәт мәктәбе һәм өс колледж музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Биш күсмә автоклуб алынған. Дүрт модель китапхана асылған. Алты кино залы яңыртылған. Өс виртуаль концерт залы эшләй башлаған. 700 мәҙәниәт хеҙмәткәре белемен камиллаштырған.“Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә бер мәҙәниәт йорто төҙөлгән, 15 мәҙәниәт усағына капиталь ремонт яһалған. Улар араһында Икенсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йорто ла бар.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыуға быйыл 1,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә дүрт мәҙәниәт усағына реновация тамамланыу алдында. 14 балалар сәнғәт мәктәбе һәм өс колледж музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Биш күсмә автоклуб алынған. Дүрт модель китапхана асылған. Алты кино залы яңыртылған. Өс виртуаль концерт залы эшләй башлаған. 700 мәҙәниәт хеҙмәткәре белемен камиллаштырған.
“Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә бер мәҙәниәт йорто төҙөлгән, 15 мәҙәниәт усағына капиталь ремонт яһалған. Улар араһында Икенсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йорто ла бар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Урал аръяғына эш сәфәре мәлендә “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышын ҡараны. Шулай уҡ Икенсе Этҡол ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылыу тантанаһында ҡатнашты, тип белдерә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
90-сы йылдарҙа төҙөлгән бина иҫкергән, апрелдә уға капиталь ремонт эшләй башлағандар. Ҡыйығы, иҙәндәре, коммуникация селтәрҙәре алмаштырылған, эсендә йүнәтеү эштәре башҡарылған. Эргәһендәге биләмә лә төҙөкләндерелгән. Был маҡсатта 16 миллион һум аҡса тотонолған.
Мәҙәниәт йортонда яңы музыка һәм яҡтыртыу техникалары ла барлыҡҡа килгән. Тамашасылар залы яңыртылған. Интерактив, спорт һәм уйын ҡорамалдары урынлаштырылған.
Клуб алдында башҡорт тарханы, батыры, Бөрйән волосының старшинаһы Алдар Иҫәкәевҡа һәйкәл асылған. Уның авторы – билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов.
Фото БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: