-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 16:57

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомы ултырышы башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы проектын раҫланы. Документ өҫтөндө эш ике йыл дауамында алып барылған. Ултырышты президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомы ултырышы башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы проектын раҫланы. Документ өҫтөндө эш ике йыл дауамында алып барылған. Ултырышты президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Документ Башҡортостан фәндәр академияһының тарих фәндәре докторы Айтуған Аҡманов етәкселегендәге ғалимдар төркөмө тарафынан әҙерләнгән. Белгестәр билдәләүенсә, ул - оҙайлы тикшереү һәм күп төрлө бәхәстәр хеҙмәте. Стратегия ябай кешеләрҙән, эскперттарҙан, ғалимдарҙан фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр йыйыу һөҙөмтәләренән сығып төҙөлгән. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исполкомының ултырыштарында уға өҫтәлмәләр индерелә барған. Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, стратегияға үҙ-ара "халыҡ документы" тигән исем бирелгән. Унда башҡорт халҡы үҫешенең йүнәлештәре, бурыстары ҡаралған.
Стратегия ун йылға, йәғни 2031 йылға тиклем раҫланды. Документҡа ҡушымта өҫтәлде. Унда стратегияның ғәмәли аспекттары һәм тормошҡа ашырыу планы индерелде. Уның авторы, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, ҡушымтала башҡорт халҡының тормошона ҡағылған байтаҡ принциптар барланған. Улар башҡорттарҙың демографик үҫешенә ярҙам итеү, күп балалы ғаиләләрҙе таныу, балалар һәм үҫмерҙәр араһында мәҙәни, эстетик мөхит булдырыу, башҡорт эшҡыуарҙары, педагогтары берлеген булдырыу, зыялыларҙы бергә туплау кеүек эштәргә ҡағыла. Ҡушымтала башҡараһы эштәр һәм бурыстар социаль, йәш категорияһына айырым билдәләнгән. Мәҫәлән, ул балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең этномәҙәни интеграцияһы өҫтөндә эшләүгә уңайлы буласаҡ. Улар араһында башҡортса аралашыу, халыҡ ижадын, мәҙәниәтен үҫтереү модалы, тигән фекерҙе тәрбиәләүгә әһәмиәт бирелә.
Стратегияла башҡорт халҡына ғәмәли хоҡуҡ ярҙамдары ла ҡаралған. Ул бөтә өлкәне - экология, тел өйрәнеү, хеҙмәт миграцияһы, башҡорт брендтарын һаҡлау кеүек бик күп һорауҙарҙы үҙ эсен алған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: