+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 12:59

Яна Ғәббәсова - "Тауыш" проектының ярым финалында

Яҡташыбыҙ, Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова "Тауыш" проектының ярым финалына килеп етте. Бөгөн йырсы өсөн хәл иткес көн. Ул - билдәле Рәсәй йондоҙо Полина Гагарина командаһында ҡалдырылған ике конкурсанттың береһе.

Яҡташыбыҙ, Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова "Тауыш" проектының ярым финалына килеп етте. Бөгөн йырсы өсөн хәл иткес көн. Ул - билдәле Рәсәй йондоҙо Полина Гагарина командаһында ҡалдырылған ике конкурсанттың береһе.
Ошо көнгә һәр командала икешәр йырсы ҡалдырылған. Улар - Баста, Сергей Шнуров, Валерий Сюткин һәм Полина Гагарина тәрбиәләнеүселәре. Бөгөн уларҙың һәр береһе иң шәп тауышлы йырсы тигән исемгә дәғүә итәсәк. Үткән аҙнала яҡташыбыҙ Яна Ғәббәсоваға бөтә Башҡортостан халҡы тауыш бирҙе. Был турала хатта республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла яҙып сыҡты.
Яна Ғәббәсова Нефтекама ҡалаһында тыуып үҫкән. Уға ни бары 17 йәш. Вокал менән 11 йыл шөғөлләнә, Нефтекама ҡалаһының ижад йортонда шөгөлләнә башлаған ҡыҙ - бик күп конкурстар еңеүсеһе. Бөгөн ул - Мәскәүҙең губерния сәнғәт колледжы студенткаһы. Яна хәҙер илдең баш ҡалаһында йәшәһә лә, уны һаман да "Нефтекаманың алтын тауышы" тип йөрөтәләр.
Бөгөн вокалистар өсөн хәл иткес көн. Улар жюри баһаһынан тыш, тамашасыларҙың тауышына ла мохтаж. Унан һуң финалға ни бары 4 йырсы-конкурсант ҡалдырыла. Яҡташыбыҙ Яна Ғәббәсова өсөн тауыш бирәйек.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: