+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 14:59

Янғын ике кешенең ғүмерен өҙгән

Саҡмағош районында сыҡҡан янғын тағы ла оло йәштәге ике кешенең ғүмерен өҙгән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.

Саҡмағош районында сыҡҡан янғын тағы ла оло йәштәге ике кешенең ғүмерен өҙгән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
Белгестәр билдәләүенсә, ут янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәүҙән килеп сыҡҡан. Ҡыш осоронда күптәр һаман да мейескә утын яға йә электр йылытҡысын ҡуя, ололар газ плитәһендә ашын, сәйнүген онотоп ҡалдыра.
-Кешеләрҙе күп тапҡырҙар иҫкәртеүгә һәм фажиғәле осраҡтар булып тороуға ҡарамаҫтан, барыһы ла үҙенең ғүмер хәүефһеҙлеге хаҡында уйланмай. Айырыуса Яңы йыл каникулдары мәлендә хәүефһеҙлек саралары һәм өлкән йәштәге ата-әсәләрегеҙҙең хәлен белергә онотмаһағыҙ ине, - тип яҙа район етәксеһе.
Янғын бөгөн төндә төбәктең Үрнәк ауылында теркәлгән. Ут һүндерелгәс, ваҡиға урынынан 78 һәм 86 йәшлек оло кешеләрҙең кәүҙәләре табылған. Әле тикшереү бара.
фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: