Башҡортостанда “ҡыҙыл зона”ла эшләүсе табиптарҙың балаларына Яңы йыл бүләктәре тапшырыу акцияһы башланды. Байрам күстәнәстәрен тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһы медиктары алды.
Республикала барлығы 4000-гә яҡын шундай ғаилә бүләктәр алып ҡыуанасаҡ. Проектты “Берҙәм Рәсәй” партияһы, республика профсоюздары, “Волонтер-медиктар” ижтимағи хәрәкәте, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, коммерция булмаған ойошмалар тормошҡа ашыра.
“Әле ковид-госпиталдәрҙәге бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә бик көсөргәнешле шарттарҙа эшләй. Ата-әсәләрен өйҙә һирәк күреүсе балалар өсөн был күстәнәстәр бәләкәй генә күңелле сюрприз буласаҡ”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Дауахана табиптары билдәләүенсә, ябай булмаған әлеге көндәрҙә уларға ярҙам бик мөһим. Медиктар күрһәтелгән иғтибар һәм бүләктәр өсөн волонтерҙарға ихлас рәхмәт белдерҙе.
Быйыл пандемия арҡаһында күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәрелмәй, сирләүҙәр кимәлен кәметеү өсөн ҡайһы бер сикләүҙәр индерелде. Ләкин Яңы йыл балалар өсөн мөғжизәүи байрам булып ҡалырға тейеш. Шуға күрә атай-әсәйҙәре ковид-госпиталдә эшләүсе балаларға, татлы күстәнәстәрҙән тыш, тағы бер сюрприз әҙерләнгән – 8 ғинуарҙа “Осоусы голландец” мюзиклы буласаҡ. Унда табиптар ғаиләләре менән бара аласаҡ. Сара “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге эше сиктәрендә ойошторола.