+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 18:38

Теләктәрҙе тормошҡа ашырып

Башҡортостанда ла "Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. Ул Президент Владимир Путиндың яҡлауы аҫтында, етем, ата-әсәһенән ҡарауһыҙ ҡалған, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм инвалид булған оло йәштәге кешеләргә ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолған.

Декабрь урталарында, республика етәксеһе лә Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылырға саҡырҙы. Унда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөтә депутат корпусы, хөкүмәт, ведомство етәкселәре ҡатнашты. Улар, шыршынан теләктәр яҙылған шарҙы сисеп алып, балаларҙың һәм оло йәштәгеләрҙең хыялдарын тормошҡа ашырҙы.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тә ошо көндәрҙә өс теләк яҙылған шарҙы сисеп алды. Унда 9 йәшлек Михаил Манулин - электрон микроскоп, 15 йәшлек Роман Щекатуров велосипед һораған. Ә бына хаҡлы ялдағы Татьяна Буланкиға республика етәксеһе ҙур экранлы планшет бүләк итәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: