+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 12:26

Мәктәп автопаркы тулыландырыла

Кисә мәктәп автобустарының асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте.

Кисә мәктәп автобустарының асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте.
Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре, белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Быйыл федераль ҡаҙна аҡсаһына 70 төрлө маркалы мәктәп автобусы алынған. Улар республика райондарына, ҡалаларына тапшырыла.
Автобустар һары төҫкә буялған, яҡтылыҡты сағылдырыусы маркировкаһы бар. Һәр береһе хәүефһеҙлек ҡайышы, тиҙлек сикләгесе һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән.
2020 йылдың авгусында БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә 44 мәктәп автобусы алынғайны. Шулай уҡ Ишембай районы Ҡолғона ауылы мәктәбенә ГАЗ маркалы тулы приводлы автобус алынған. Шулай итеп, быйыл мәктәп автопаркы 115 яңы транспорт сараһына тулыландырылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: