+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 17:48

Һәләтле уҡыусыларға - бүләктәр

Башҡортостан Башлығы, муниципаль район һәм ҡала округтары етәкселәре исеменән балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.

Башҡортостан Башлығы, муниципаль район һәм ҡала округтары етәкселәре исеменән балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.
Уҡыуҙа, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән 780 уҡыусыға бүләктәр алынған.
-Быйыл, пандемияға бәйле, республиканың төп шыршы байрамын үткәреү мөмкинлеге юҡ. Әммә Башҡортостан Башлығының хәстәре менән һәләтле алдынғы уҡыусылар етәксе исеменән тәғәйенләнгән бүләктәрҙе аласаҡ,- тине Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин.
Муниципаль райондарҙа бүләктәрҙе тапшырыу урамда ойошторолған, унда балаларҙы исемлек буйынса райондың төп шыршы янына саҡырғандар. Был сараны һәр төбәк театрлаштырылған тамаша, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы байрам сараһы итеп уҙғарҙы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: