-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 13:35

Иҫәндәргә зәңгәр яғыулыҡ килә

Баймаҡ районы Иҫән ауылында газ үткәреү буйынса эштәр ҡайнай.

Баймаҡ районы Иҫән ауылында газ үткәреү буйынса эштәр ҡайнай.
Зәңгәр яғыулыҡ ауылға республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында үткәрелә. Был маҡсатҡа төбәк ҡаҙнаһынан 17,5 миллион һум аҡса бүленгән. 13 саҡрым газ үткәргес һалынасаҡ.
Быға тиклем ауыл халҡы йорттарын утын яғып йылыта. Бер ҡышҡа бер нисә машина утын талап ителә.
Газ үткәргестең 3 саҡрым аралығы һуҙылған да инде. Төҙөлөш эштәре киләһе йылда тамамланасаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в