-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 11:00

Алмаз Ҡарағолов - «Мистер Студент 2020»

Һарытауҙа үткән «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер Студенты — 2020» Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсында Бөрйән егете еңеп сыҡты.

Һарытауҙа үткән «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер Студенты — 2020» Бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсында Бөрйән егете еңеп сыҡты.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 42 төбәге юғары уҡыу йорттарынан 74 ғариза бирелә. Студенттар үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади номерҙар күрһәтә.
Башҡортостан Республикаһы исеменән конкурста Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Алмаз Ҡарағолов сығыш яһаны. Ул илдең иң яҡшы туғыҙ студенты иҫәбенә инде һәм «Волга буйы федераль округының мистер студенты 2020» исемен яуланы. Шулай уҡ уға «Мистер Дуҫлыҡ» номинацияһы тапшырылды.
Алмаз Ҡарағоловҡа 22 йәш, буйы – 187 сантиметр, сығышы менән Бөрйән районынан. Энергетика факультетының беренсе курсында «агроинженерия» йүнәлеше буйынса уҡый. Спорт менән мауыға, КВН командаһы лидеры.
Читайте нас в