+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 13:18

Ғафуриҙа – бер нисә ФАП

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында фельдшер-акушер пункттары асылыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән, Ҡурғашлы, Рус Һаҫыҡкүле ауылдарында яңы ФАП-тар ишеген асты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында фельдшер-акушер пункттары асылыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә Ғафури районының Түбәнге Ташбүкән, Ҡурғашлы, Рус Һаҫыҡкүле ауылдарында яңы ФАП-тар ишеген асты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Модулле ФАП-тар бөтә заман талаптарына яуап бирә. Медицина процедуралары, вакцинация, профилактик саралар уңайлы шарттарҙа үткәреләсәк, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Түбәнге Ташбүкәндә ФАП 202 кешене, шул иҫәптән 18 баланы хеҙмәтләндерәсәк.
– ФАП-тарҙы заман талаптарына яраҡлаштырыу эш һөҙөмтәһен яҡшыртырға мөмкинлек бирә, халыҡҡа медицина ярҙамы алыу өсөн алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй, – ти Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Янышев.
Ҡурғашлы фельдшер-акушер пункты ла ауылдың күп функциялы үҙәгенә күскән. Ул 240 кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 33-ө – балалар. Ауыл халҡы ла, медицина хеҙмәткәрҙәре лә уңайлы шарттар булдырылыуына ҡыуана.
Бөгөн Рус Һаҫыҡкүле ауылында ла ФАП асыла. Унда 332, шул иҫәптән 58 бала хеҙмәтләндереләсәк.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: