“Һаҡсыл поликлиника” принцибы эштең бөтә йүнәлештәрендә лә ҡулланыла. Теркәү, бүлектәр, ҡабул итеү һәм вакцинация графигы эштәре оптималләштерелгән. Көндөҙгө стационар эшен ойоштоуға, белгестәргә яҙылыу системаһын камиллаштырыуға, пациенттарҙың электрон картаһы менән эште яйға һалыуға ла иғтибар бирелгән. Медицина учреждениеһында табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм номер булдырылған. Башҡарылған эштәр пациенттарҙың белгестәргә күренеү өсөн сиратта тороу ваҡытын кәметкән. Бәләкәстәр өсөн көтөү зонаһы, уйын мөйөштәре һәм бүлмәләре лә булдырылған, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.