+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 00:53

417 сырхауҙа – пневмония, 163-өндә – коронавирус

24 декабргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 18 меңгә яҡынлашты.

24 декабргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 18 меңгә яҡынлашты – был яһил сиргә тарыусылар 17 904 иҫәпләнә. Үткән тәүлектә вирус 163 сырхауҙа раҫланған.
Әлеге мәлдә дауаханала ятыусылар – 875. Өсөнсө көн инде ауыр хәлдәгеләрҙең һаны шул килеш ҡала – 55. 13 сырхау яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор дауаланыусылар – 2 840.
Тәүлек эсендә 132 кеше стационарҙан сыҡҡан, пандемия башланғандан алып һауығыусылар – 14 060.
Коронавирустан мәрхүм булыусылар хәҙер 129-ға еткән – аҙаҡҡы тәүлектә тағы бер яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.
Үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыусылар ҙа һис кәмемәй. Кисәле-бөгөнлө пневмония 417 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан, 389 кеше, унан ҡотолоп, дауахананан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: