+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 13:32

2021 йылға яңы календарь сыҡты

Киләһе йылда үҙенең 100 йыллығын драматург Нәжиб Әсәнбаев, 90-йыллығын күренекле яҙыусы Афзал Таһировтың ҡыҙы, билдәле балерина Майя Таһирова, оҙаҡ йылдар республикала мәҙәниәт министры булып эшләгән Клара Төхвәтуллина билдәләр ине. Салауат Юлаев фильмы режиссеры Яков Протазановтың тыуыуына 140 йыл.

Киләһе йылда үҙенең 100 йыллығын драматург Нәжиб Әсәнбаев, 90-йыллығын күренекле яҙыусы Афзал Таһировтың ҡыҙы, билдәле балерина Майя Таһирова, оҙаҡ йылдар республикала мәҙәниәт министры булып эшләгән Клара Төхвәтуллина билдәләр ине. Ә Салауат Юлаев фильмы режиссеры Яков Протазановтың тыуыуына 140 йыл.
Шулай уҡ күренекле ғалим-тюрколог Йәлил Кейекбаевҡа - 110 йыл, билдәле актрисалар Елизавета Шляхтина- Сыртлановаға-140, Бәҙәр Йосоповаға- 120 тулыр ине.
Ә бөгөн беҙҙең арала йәшәгән замандаштарыбыҙҙан Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановҡа, тарих фәндәре докторы Айһылыу Юнысоваға 70 йәш туласаҡ.
Ҡыҫҡаһы, 2021 йыл календаренә башҡа бик күп иҫтәлекле даталар һәм көндәр индерелгән. Әйләнә-тирәләге тормоштоң күп ваҡиғаларын күҙәтеп барырға теләгән кешеләр өсөн ул мотлаҡ өҫтәл китабына әйләнәсәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: