+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 21:23

11 яҡташыбыҙ – яһалма һулыш аппаратында

Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында 877 яҡташыбыҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 57-һе ауыр хәлдә, 11-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.

Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында 877 яҡташыбыҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 57-һе ауыр хәлдә, 11-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. 2 896 сырхау өйөндә дауалана.
25 декабргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың барлығы 18 066 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә вирус 162 ауырыуҙа асыҡланған.
Кисә һәм бөгөн 102 кеше, шәпләнеп, дауахананан сыҡҡан. COVID-19 тарала башлаған мәлдән алып һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 14 162.
Шәфҡәтһеҙ сирҙән, үкенескә күрә, йәнә ике ауырыу вафат булған. Республикала коронавирустан өҙөлгән ғүмерҙәр 131 булып китте.
Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар ҙа көн дә күпләп өҫтәлә бара. Үткән тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 405 сырхауға ҡуйылған, 376 кеше, унан ҡотолоп, стационарҙан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: