+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 22:53

Табиптарға – дәүләт бүләктәре

Бөгөн, Башҡортостан Конституцияһы көнөндә, Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бөгөн, Башҡортостан Конституцияһы көнөндә, Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, шәфҡәт туташтары, шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнашыусы Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары. Барлығы 37 кеше ордендарға, миҙалдарға, маҡтаулы исемдәргә, рәхмәт ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Радий Хәбиров табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына ҡаһарманлыҡтары өсөн республика халҡы исеменән оло рәхмәт белдерҙе.
“Быйыл донъяны солғап алған пандемия табип һөнәренең айырыуса мөһим икәнлеген, был һөнәр эйәләренең, кешеләр һаулығы һәм ғүмере һағында тороп, иң юғары миссия үтәүен иҫкә төшөрҙө. Республикала коронавирус барлыҡҡа килгәндең тәүге мәленән үк һеҙ көн һайын үҙ һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуйып эшләнегеҙ. Туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы күрмәйенсә, һеҙгә тәүлектәр буйы “ҡыҙыл зона”ла булырға һәм бик йыш кеше мөмкинлектәре сигендә эшләргә тура килде”, – тине ул. Радий Фәрит улы бөтәһенең дә – тиҙ ярҙам бригадаларының, табиптар һәм фельдшерҙарҙың, госпиталдәр, стационарҙар һәм поликлиникаларҙағы шәфҡәт туташтарының, кесе медицина персоналының да фиҙакәрлек күрһәтеүен әйтеп үтте.
“Әлеге ябай булмаған ваҡыт беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, бөтә илебеҙҙең ошо системаһы кеүек, етди һынауҙарға ҡаршы тороп ҡына ҡалманы, һөҙөмтәлерәккә һәм ҡеүәтлерәккә әүерелде. Үтә ҡыҫҡа осорҙа беҙ Зубово ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында заманса ковид-госпиталдәр төҙөнөк. Уңышлы был проектты хәҙер башҡа төбәктәр ҙә үҙләштерә башланы”, – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров әле 1000-гә яҡын табиптың, 1600-ҙән ашыу шәфҡәт туташының коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында икәнлеген билдәләне. Тағы ла 8 меңгә яҡын медик махсус уҡыу үткән һәм теләһә ниндәй ваҡытта уларҙың сафына баҫырға әҙер.
“Ҡәҙерле табиптарыбыҙ! Бөтә йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – тине Башҡортостан Башлығы.
Тантанала туғыҙ табип Пирогов орденына лайыҡ булды, алты кеше – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы”, тағы ла дүртәүһе “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” тигән юғары исем алды.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: