+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 12:58

Каникулда ҡайҙа барырға?

Яңы йыл каникулдары мәлендә кешеләрҙең ялын файҙалы үткәреү өсөн республикала бик күп саралар планлаштырылған. Уларҙың береһендә Рәсәй йондоҙо Анна Семенович ҡатнашасаҡ.

Яңы йыл каникулдары мәлендә кешеләрҙең ялын файҙалы үткәреү өсөн республикала бик күп саралар планлаштырылған. Уларҙың береһендә Рәсәй йондоҙо Анна Семенович ҡатнашасаҡ.
1-4 ғинуар көндәре Өфөлә"TERRA ZIMA" Яңы йыл фестивале уҙғарыла. Ойоштороусыларҙың билдәләүенсә, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар дүрт көн дауамында байрам кәйефенә солғанасаҡ.
1 ғинуарҙа карнавал костюмдары парады була. Унда уйындар, йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барған ысын карнавал вәғәҙә ителә. Үткәреү урыны - "Ватан" паркы, 17 сәғәттә барыһы ла ошо сараға килә ала.
2 ғинауарҙа Ҡышҡы һабантуйҙы ябыу сараһы. Был сара ла шулай уҡ "Ватан" паркында сәғәт 12-лә башлана. Унда быйыл тәүге тапҡыр самауырҙар конкурсы ойошторола. Самауыр ҡуйыу, сәй табыны әҙерләү, килгән ҡунаҡтарҙы сәй менән һыйлау - һәр кемдең ижади ҡарашы хуплана ғына. Ә былай ҡатнашыусылар өсөн һабантуй ярыштары уҙғарыласаҡ.
3 ғинуарҙа - Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар парады. Ул Конгресс-холл майҙанынан 14 сәғәттә ҡуҙғала. Сағыу сарала Рәсәй йондоҙо Анна Семенович та ҡатнаша. Еңеүсе Ҡарһылыуға төп приз - 100 мең һум. Был конкурста ҡатнашыу өсөн порталда теркәлеү мотлаҡ.
4 ғинуарҙа атлы-саналы экипаждар парады була. Ул Ағиҙел яры буйынан башлана. Унда төшөү "Ватан" паркы яғынан. Аттарын һәм тарандастарын иң яҡшы биҙәүселәр баһаланасаҡ.
Байрам көндәрендә республикала уҙасаҡ тулыраҡ календарь менән ошонда танышырға мөмкин. https://kulturarb.ru/ru/kalendar-meropriyatij-2021
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: