+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 20:41

Гранттың файҙаһын күрәсәктәр

Дыуан районындағы “Йәшелсә йәннәте” ауыл хужалығы кооперативы башта халыҡтан продукция йыйыу менән шөғөлләнә. Инде ул етештереү эшенә лә тотонмаҡсы. Грант отҡан кооператив тиҙ әҙерләнә торған ярмалар етештерергә ниәтләй.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Дыуан районындағы “Йәшелсә йәннәте” ауыл хужалығы кооперативы башта халыҡтан продукция йыйыу менән шөғөлләнә. Инде ул етештереү эшенә лә тотонмаҡсы. Грант отҡан кооператив тиҙ әҙерләнә торған ярмалар етештерергә ниәтләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Кооператив тиҙ әҙерләнә торған ярмалар һәм бешереү талап ителмәгән яҫмыҡтар әҙерләү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. 43 миллион һум дәүләт грантына кәрәкле ҡоролмалар менән ярма цехы һатып алынған. Эш өсөн барыһы 72 миллион һум аҡса талап ителә.
Етештереүҙе киләһе йылдың икенсе яртыһында башларға уйлайҙар. Кооператив сеймалдың яртыһын үҙенең ҡатнашыусыларынан алырға тейеш. Был Дыуан районы баҫыуҙарында ярма культуралары майҙаны артасаҡ, тигән һүҙ. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 15 эш урыны булдырыласаҡ, тип белдерә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостанда 347 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшләй. Уларҙың 43-ө быйыл барлыҡҡа килгән.
Шулай уҡ республикала 170 бәләкәй бизнес субъекты дәүләт ярҙамы алған. Ауыл эшҡыуарлығы үҫешенә 724,3 миллион һум грант бүленгән.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты һәм “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары дөйөм алғанда 211,5 миллион һум “Агростартап” грантын алған. 28 ауыл хужалығы кооперативы 49,4 миллион һум субсидия алған.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: