0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 21:13

Бәләкәстәрҙе шатландырҙылар

Башҡортостан Республикаһында Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары һәм #МыВместе Бөтә Рәсәй үҙ-ара ярҙам акцияһы партнерҙары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм БР “Әсә йөрәге” әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Яңы йыл мөғжизәһе” проекты сиктәрендә етеп килгән байрам менән күп балалы ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡотланы.

Туғыҙар бала тәрбиәләгән Фәттәховтар һәм Вәлиевтар ғаиләләренә аҙыҡ-түлек, канцелярия әйберҙәре тапшырылды. Улар Президент гранттары фонды аҡсаһына алынды, ә Өфө эшҡыуары Вадим Заһитов кескәйҙәрҙе татлы күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бәләкәстәр өсөн тылсымлы байрам алып килде. Был костюмдарға Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эксперты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова менән РФ халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев кейенгән ине.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президент гранттары фондының пандемия осоронда зыян күргәндәргә ярҙам өсөн махсус конкурсында еңеп сыҡты. Грант буйынса йөҙ йыйылма алдыҡ. Уның иллеһе – оло йәштәгеләргә, иллеһе күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә тәғәйенләнә. Бәләкәстәргә аҙыҡ-түлектән башҡа уҡыусылар әсән кәрәк булған яҙыу-һыҙыу әйберҙәре лә тапшырабыҙ. Беҙҙең өсөн Яңы йыл алдынан бүләктәр таратыу – ҙур ҡыуаныс. Бөгөн балалар өсөн ысын мөғжизә булды. Пандемия байрамды онотоу өсөн сәбәп түгел”, – ти Эльвира Айытҡолова.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: