+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 11:20

Радий Хәбировҡа Луганск халыҡ республикаһы миҙалы бирҙеләр

Луганск халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник үҙенең указы менән Радий Хәбировты ЛХР-ның “Еңеүгә 75 йыл” миҙалы менән наградланы.

Луганск халыҡ республикаһы башлығы Леонид Пасечник үҙенең указы менән Радий Хәбировты ЛХР-ның “Еңеүгә 75 йыл” миҙалы менән наградланы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Башлығы Луганск халыҡ республикаһының дәүләт наградаһына тыныслыҡты, ЛХР менән дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек бәйләнештәрен нығытыуға, тарихи хәтерҙе һәм мираҫты һаҡлауға индергән айырыуса ҡаҙаныштары өсөн һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы лайыҡ булды.
2019 йылдың 11 майында республика етәксеһе халҡыбыҙҙың легендар улдарының береһе Миңлеғәле Шайморатовтың батырҙарса һәләк булған урынында – Луганск халыҡ республикаһының Петровское ауылында – булды, дивизия командиры һәм Башҡорт атлылар кавалерияһының 200 яугире ерләнгән туғандар ҡәберенә сәскә һалды.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: