+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 14:47

Рәсәй Президенты яңы законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы. Унда Президент отставкаға сыҡһа, уның тейелгеһеҙ гарантиялары тағы ла көсәйтеләсәк. Был документ Рәсәй Конституцияһына өҫтәлмәләр индереүгә ярашлы әҙерләнде.

Йәғни элекке ил башлығын бындай үҙенсәлекле статустан мәхрүм итеү өсөн, Дәүләт Думаһына уны ауыр енәйәттә йәки һатылыуҙа ғәйепләргә тура киләсәк. Ғәйептең дәлиллеген Юғары һәм Конституция суды иҫбат итергә тейеш. Һуңғы ҡарарҙы Федерация Советы ҡабул итәсәк.
Закондың документы хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫтырылған.
Уға ярашлы, элекке Президентты енәйәти, административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙа мөмкин булмаясаҡ. Ҡулға алыу, арест, һорау алыу ҙа тыйыла.
Элегерәк бындай саралар мөмкин түгел ине. Хатта Рәсәйҙең тәфтиш комитеты ғәйепләүсе яҡ булып сығыш яһай ала ине. Яңы закон буйынса хәҙер уларҙың да хоҡуҡтары сикләнгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: