Кисә Дәүләт Думаһы депутаттары тейешле закон
ҡабул итте. Тәүге уҡыуҙа документ уҙған йылдың ноябрендә үк хупланды, тип белдерҙе РИА Новости. Унда әйтелгәнсә, урындағы властарҙың «йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү» вәкәләте барлыҡҡа килә, шул иҫәптән төбәктәргә махсус учреждениеларҙың эшмәкәрлеген ойошторорға кәрәк.